Әмирлекте яулаған уҙаман

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән милләттәшебеҙ, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, 11 бала атаһы Исмәғил Шәңгәрәев хаҡында һүҙебеҙ. Был ғәжәп көслө, тәүәккәл ир-егет тураһында һөйләмәү мөмкин түгел. Ул Ырымбур өлкәһенең Әсәкәй ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләһе менән Дондағы Ростов, Пермь ҡалаларында, Һамар өлкәһенең Ғәли ауылында йәшәгән. Атаһы Ҡәләметдин хәҙрәт бик уҡымышлы, зирәк аҡыллы, туған йәнле кеше була. Әсәһе Хәжәр иһә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Ғаиләлә 12 сабый үҫкән.