Эсәр һыуы – Ғәрәп илендә

Тыуған ере менән бер рәттән йәшәгән урынын да берҙәй яратыусылар хәтһеҙ арабыҙҙа. Билдәле, яҙмыш елдәре әҙәм балаһын илдең генә түгел, хатта донъяның төрлө тарафына юлландыра. Бәндәне эсәр һыуы йөрөтә тиеүҙәре лә раҫтыр. Хәйер, булдыҡлы, һис бер эштән ҡурҡмаған, тәүәккәлдәр ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, теләһә ниндәй шарттарҙа ла үҙенә юл яра, төрлө яҡлап асылын аса.